Аралашыу бигерәк тә еңел барыр. Һүҙегеҙ һәр саҡ үтемле булыр. Теләһә кемде лә ышандыра алырһығыҙ, моғайын. Был арала башҡаларға күп ярҙам итерһегеҙ, тик үҙегеҙ хаҡында ла онотмағыҙ.
Осор бер аҙ ҡыйыныраҡ килер. Был арала йондоҙҙар яңы эштәрҙе башларға кәңәш итмәй. Барыбер уларҙан әллә ни файҙа булмаҫ һымаҡ. Ҡатмарлы саҡта эске тауышығыҙҙы тыңлағыҙ, ул дөрөҫ юлды күрһәтер.
Ҡайһы бер кире хәл осраһа ла, аҙна уңышлы ғына үтер. Үҙ һүҙегеҙҙә ныҡ тороғоҙ. Башҡалар барыбер һеҙҙең менән ризалашырға мәжбүр булыр. Иң ауыр саҡта ла үҙегеҙҙе тыныс тотоуығыҙ абруйығыҙҙы мотлаҡ арттырыр.
Аҙна барышындағы ваҡиғалар ҡайһы бер мәсьәләгә яңыса ҡарарға ярҙам итер. Төрлө яҡтан хәбәрҙәр килеп торор. Күптәр элек белмәгәнде белә башлар. Кесе йомала башлаған эшегеҙҙе тамамлау өсөн тырышлыҡ күрһәтергә кәрәгер.
Был көндәр күп кенә ваҡ-төйәк мәшәҡәт килтерер. Уларҙы хәл итеү бөтә ваҡытығыҙҙы алыр. Етди мәсьәләләрҙе бер аҙ кисектерергә лә тура килер, бәлки. Кесе йомала көткән ярҙамдың килмәүе лә ихтимал.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна төрлө мәшәҡәт менән үтер, был ваҡытлыса – артыҡ иғтибар итмәгеҙ. Һаулығығыҙҙы хәстәрләгеҙ. Дөйөм алғанда, был арала эштәрегеҙ күбәйер кеүек.
Ҡәҙимге осор. Шишәмбелә йондоҙҙар сәфәргә сығырға ҡушмай. Бәғзеләр был арала ниндәйҙер бик кәрәк эште башлап ебәрер. Тик ҡайһы саҡта һаҡлыҡ тураһында онотоп ебәрмәгеҙ.
Был арала үҙегеҙҙә көс-дәрт артҡанын асыҡ тойорһоғоҙ. Иң ауыр һәм мөһим эштәргә тотоноуығыҙ һәйбәт булыр ине. Ҡыйынлыҡтар һәм ауырлыҡтар ҙа бер ҙә ҡурҡытмаҫ, уларҙы еңел хәл итерһегеҙ.
Ҡәҙимге аҙна. Шулай ҙа ҡайһы ваҡыт ярҙам-теләк эҙләргә лә тура килер. Шунда кемдең ысын дуҫ икәнен дә асыҡ күрерһегеҙ. Шишәмбелә ниндәйҙер уңайһыҙ хәлгә ҡалыуығыҙ бар. Был да һеҙгә яҡшы һабаҡ бирер.
Тырышыуығыҙға ҡарамаҫтан, төрлө мәшәҡәттән һис тә ҡасып ҡотола алмаҫһығыҙ. Берәүһен хәл итһәгеҙ, урынына яңыһы килеп сығыр. Тамамланмаған эштәрегеҙ эсегеҙҙе бошорор. Кесе йоманан һуң бер аҙ еңеллек тойорһоғоҙ.
Ниндәйҙер элек ебәргән хатағыҙ үҙен белдерер. Унан тейешле фәһем алһағыҙ, бик яҡшы булыр ине. Шаршамбыла килем алырһығыҙ, бәлки, ләкин уны тиҙ арала тотоноп та бөтөрһөгөҙ. Бер аҙҙан аҡса эҙләргә тура килер.
Аҙна өмөтлө аралашыу өсөн уңайлы. Бер аҙға етди мәсьәләләрҙе ситкә ҡуйып, үҙегеҙгә ял биреүегеҙ файҙалы булыр. Әйткәндәй, был арала мөһим эштәрҙе барыбер башҡара алмаҫһығыҙ һымаҡ.