Балтас районының Көндәшле ауылында “Төклө аяғың менән, килен!” тип аталған килен төшөрөү йолаһы үтте, тип хәбәр итә “Балтач таңнары”. Был хаҡта мәҙәни сараларҙы ойоштороусы Наилә Фәләхиева хәбәрселәргә һөйләгән.
“Ауылыбыҙҙың күркәм егете Айрат Илһам улы һәм Штәнде һылыуы Альбина Рәфис ҡыҙының никахлашыу– туй көндәре билдәләнде. Туй ике яҡтың да ҡунаҡтары менән танышыу, төрлө уйындар, дәртле бейеүҙәр менән бик күңелле үтте. Шағир Т. Миңнуллиндың шиғри юлдары тап ошо матур көнгә бағышлап яҙылғандыр кеүек:
Мамыҡ юрғандарға төрөнөп,
Килен төшә бөгөн ауылға.
Боронғонан ҡалған ғәҙәт ул -
Ауыл сыҡҡан ҡаршы алырға,
Йәш кәләште күреп ҡалырға.
Эйе, килен төшөрөү борон-борондан бер ғаилә өсөн генә түгел, бөтә ауыл халҡы өсөн ҙур байрам булған. Көндәшле халҡы йәштәрҙе ҡаршыларға йыйылды, уларға һаулыҡ, бәхетле, матур тормош теләне.”
Автор:Дина Арсланова