Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
16 Сентябрь 2023, 09:05

Милли тамырҙар онотолмаһын

«Етендән күлдәккә тиклем» белем биреү-остазлыҡ проекты тормошҡа ашырыла.

Милли тамырҙар онотолмаһын
Милли тамырҙар онотолмаһын

Борай үҙәкләштерелгән китапхана системаһы Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында «Етендән күлдәккә тиклем» тип аталған белем биреү-остазлыҡ проектын тормошҡа ашырыуҙы дауам итә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ойошторған икенсе конкурс һөҙөмтәләре буйынса Борай үҙәк район китапханаһының “Етендән алып күлдәккә тиклем” проекты еңеү яулағайны. Проект буйынса етен үҫтереү, унан еп, туҡыма, әйберҙәр әҙерләү технологияларын тергеҙеү ҡаралған. Быйыл көҙ ойоштороласаҡ Етен байрамы фестивале күп милләтле халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтен күрһәтергә мөмкинлек бирер, етен әйберҙәр күргәҙмә-йәрминкәһе был кәсепте популярлаштырырға булышлыҡ итер, тип көтөлә.
Проект район халҡын халыҡ кәсептәре күнекмәләрен үҙләштереү аша ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
«Етендән күлдәккә тиклем» проекты районға хас халыҡ туҡыусылығы традицияларында «сәсеүҙән әҙер изделиеға тиклем» етен туҡымаһын булдырыуҙың тулы циклын ҡабатлай. Унда ҡатнашыусылар апрелдә, проект партнеры биргән фермер хужалығы ерендә, бер гектар майҙанда етен сәсте. Августа, йыйып алғандан һуң, етен сүсенән етен епкә тиклем эшкәртеүҙең бөтә стадияларын үтте. Ошо уҡ осорҙа проектта ҡатнашыусылар туҡыу станоктары ҡоролмалары менән таныштырыу һәм уларҙы реставрациялау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Шулай уҡ район китапханаһы һәм район Мәҙәниәт йорто майҙансыҡтарында туҡыу техникаһы буйынса уҡыу үтте, милли биҙәк мотивтары менән танышты. Практиканан һуң яңы оҫталар райондың ауыл биләмәләрендә станоктар һәм кәрәк-яраҡтар менән йыһазландырылған ижади майҙансыҡтарҙа урындағы халыҡты уҡыта башлаясаҡ.
Сентябрь аҙағында йомғаҡлау сараһы – Етен байрамы үтәсәк. Унда проектта ҡатнашыусылар үҙҙәренең оҫталыҡтарын һәм етендән әҙер изделиеларын күрһәтәсәк. Күргәҙмә-йәрминкә, оҫталыҡ дәрестәре һәм район фольклор коллективтарының театрлаштырылған тамашалары ойоштороласаҡ. Проектты тормошҡа ашырыу йомғаҡтары буйынса тупланған тәжрибә дөйөмләштереләсәк һәм уҡыу-методик әсбап һәм видеофильм формаһында сығарыласаҡ.
Яңы календарь циклы башланғас, урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ғаиләләрҙе һәм ғаилә төркөмдәрен «сәсеүҙән әҙер изделиеға тиклем» форматында ҡулдан туҡыуға өйрәтеүен дауам итәсәк.
Проект сиктәрендә ҡатнашыусыларға, ғаилә мираҫын һәм быуындар күсәгилешлеген һаҡлау өлгөһө булараҡ, Борай районының халыҡ оҫталары – 94 йәшлек Ҡәҙим Бағманов, 89 йәшлек Рәфизә Бағманова һәм уларҙың ҡыҙы Альбина Нафиҡованың йәнле художество-һөнәрселек тәжрибәһе тапшырыласаҡ.Шулай уҡ биш халыҡ йолаһын тергеҙеү, балаларҙы ауыл фольклоры сығанаҡтарына йәлеп итеү, үҫеп килгән быуынды халыҡ ижадының ҡабатланмаҫ колориты менән таныштырыу ҡаралған. Шундай сағыу йолаларҙың береһе — “Ҡарға бутҡаһы”н борайҙар йәш быуын вәкилдәренә күрһәтте.
Халыҡ традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, быуындан-быуынға тапшырыуҙа күп көс һалыусы талантлы яҡташыбыҙ Альбина Нафиҡова проекттың партнеры булып тора. Етен һәм уны эшкәртеү тураһында ул бик бай мәғлүмәт һәм тәжрибә туплаған оҫта.
— Мин бәләкәйҙән әсәйемдең нисек итеп йырлай-йырлай элек киндер, етен һуҡҡандарын тыңлап үҫтем. Олоғая төшкәс, үҙем дә дәртләнеп китеп, бер йылды Туҡай ауылындағы баҡсама етен сәстем. Ул бик оҙон булып үҫте. Уны эшкәртер өсөн интернет аша бик күп мәғлүмәт йыйҙым, уҡыным, өйрәндем һәм әле лә белемемде камиллаштырыуҙы дауам итәм. Етенде эшкәртеү өсөн күп кенә яйланмалар кәрәк. Әкренләп боронғо эш ҡоралдары йыя башланым. Улар бик ҡиммәт тора. Борай ауылының "Танып-һыу" арт-галереяһында минең шәхси интерактив этнокүргәҙмәм эшләй. Теләге булған кешеләр килеп ҡарай ала. Мин унда тапҡан, яңы алған экспонаттарымды өҫтәп торам. Етенде үҫтереү, эшкәртеү, унан нисек туҡымалар барлыҡҡа килеүен бәйән иткән «Көнбағыштан күлдәккә тиклем» тигән ҡыҫҡа метражлы фильм да төшөргәйнек. Тамашасылар уны бик йылы ҡабул иткәйне. Илгиз Зөфәр улы Харисов етәкселегендә тормошҡа ашырылыусы “Етендән күлдәккә тиклем” проектында ла ҙур теләк менән ҡатнашам, белгәндәремде йәш быуынға ихлас өйрәтәм, — тип һөйләне ижади күңелле, тынғыһыҙ, бар эшкә лә оҫта Альбина Ҡәҙим ҡыҙы.
Проектта ҡатнашыусылар әле мәж килеп Етен байрамына әҙерләнә. Уларҙың бар уйлағандары тормошҡа ашһын. Йәш быуын боронғо кәсептәрҙе, йолаларҙы, милли тамырҙарыбыҙҙы белеп үҫһен!

Гөлназ Мирхәйҙәрова.

Милли тамырҙар онотолмаһын
Милли тамырҙар онотолмаһын
Милли тамырҙар онотолмаһын
Милли тамырҙар онотолмаһын
Милли тамырҙар онотолмаһын
Милли тамырҙар онотолмаһын
Милли тамырҙар онотолмаһын
Милли тамырҙар онотолмаһын
Милли тамырҙар онотолмаһын
Милли тамырҙар онотолмаһын
Милли тамырҙар онотолмаһын
Милли тамырҙар онотолмаһын
Милли тамырҙар онотолмаһын
Милли тамырҙар онотолмаһын
Милли тамырҙар онотолмаһын
Читайте нас: