Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
2 Сентябрь 2023, 09:00

Сентябрь айына һынамыштар

Сентябрҙә күк күкрәһә, көҙ – йылы, ҡыш ҡарлы булыуын көт.

Сентябрь айына һынамыштар
Сентябрь айына һынамыштар

Был ай йылы, ҡоро икән, ҡыш һуңыраҡ килер.

Сентябрҙә һалҡын булһа, ҡыш ҡар тиҙерәк ирей, яҙ иртәрәк килә.

Япраҡтар ҡойолорға ашыҡмаһа – алда һыуыҡ ҡыш көтөлә.

Сентябрҙә ҡырмыҫҡалар үлән өҫтөнән йүгерешеп йөрөһә – ҡар күплеккә, аҫтан йөрөһәләр – ҡыштың оҙонлоғона.

Был айҙа ҡар күренһә, артабан ҡырҡ көн аяҙ торор.

Сентябрь аяҙ булһа, ҡыш һалҡын булыр.

Торналар өҫтән осһа, матур, йылы көҙ оҙаҡҡа һуҙылыр.

18 сентябрҙә ҡыр ҡаҙҙары китһә, октябрь башында ҡар ятыр.

Әгәр көҙ ҡайын япраҡтары ағастың осонан һарғая башлаһа, яҙ – иртә, аҫтан һарғай­һа, һуң килер.

28 сентябрҙә балыңды ҡара, умартаңды баҙға төшөр.

Ай башында күк күкрәһә, көҙ оҙаҡ торор.

Автор:Зөһрә Хәкимова
 
https://yanshishma.com/articles/t-bi-t-m-y-sh/2023-09-01/sentyabr-ayyna-ynamyshtar-3414155?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=45440006
Автор:
Читайте нас: