Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
21 Август 2023, 08:00

БИРНӘЛЕК

Башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәте буйынса, ҡәйнә йортона килен мотлаҡ алып барырға тейеш әйберҙәр: 

1. түшәк кәрәк-ярағы,

2. өҫтәлгә һауыт-һаба,

3. түр тәҙрәгә яңы селтәр алып барырға тейеш.

Ҡыҙҙы кейәүгә әҙерләгәндә һандыҡҡа һала торған әйберҙәр бөтә яҡта ла бер үк түгел. Хатта уны һатыу, тапшырыу йолаһы ла айырыла.

Бирнәне туйҙа тапшырыу йолаһы ла бик тәрән мәғәнәгә эйә. Уны һәр кемдең дә атҡарырға хоҡуғы юҡ. Һандыҡты олораҡ йәштәге, хәллерәк ғаиләләр алырға тейеш. Һатҡан кешегә бүләк ителгән әйбер ҙә төрлөсә тарала. Мәҫәлән, ҡайһы бер яҡта һандыҡ һатҡан кеше бүләкте үҙенә ала, ә ҡайһы яҡта йәш ғаиләгә үҙҙәре ниҙер бүләк итә.

 

Хөрмәтле төркөмдәштәр, ә һеҙҙең яҡта бирнәлеккә нимәләр әҙерләнә?

https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2023-08-15/birn-lek-3389116

Автор:
Читайте нас: