Ауыл клубы методисы Миләүшә Мусина белдереүенсә, был байрам осраҡлы ғына һайланмаған, нәҡ буранлы, оҙайлы ҡышҡы көндәрҙә ауыл халҡы барыбер үҙенең ваҡытын әрәм итмәгән, ниндәй ҙә булһа шөғөл табып, үҙе белгәндәрҙе тиҙ генә күршеһе, туған-тыумасаларына, дуҫ-әхирәттәренә өйрәтә һалған. Кис ултырыуҙар тора-бара матур өмә-байрамдарға әүерелеп, халҡыбыҙҙың гәүһәр күңел һандығында һаҡланып ҡалған. Тап шундай фольклор өлгөләрен тергеҙеп, өйрәнеп, киләһе быуынға тапшырыуҙы - абдуллалар изге бурыстары итеп һанай. Уларҙың милли йолалары менән танышырға, шундай мәртәбәле конкурста ҡатнашыу шатлыҡтарын уртаҡлашырға бихисап ҡунаҡтар, ошо ауылда тыуып-үҫкәндәр, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре Р.С.Баянов, Г.Һөйәрғолова, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты С.Туразянова, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Р.К.Вәлинуров килгәйне.
Бынан тыш ошо уҡ конкурстың һынауҙарын татыған Асҡын районының Ҡашҡа ауылы таланттары ла бик матур сығыш яһаны.
Байрам тураһында тулы репортажды гәзитебеҙҙең киләһе номерында уҡырһығыҙ.
Гөлнара Солтанова.