Ҡашҡа ауылында уҙған “Серҙәреңде ас, һандыҡ!” байрамында күргәҙмәләге теҙелеп киткән һандыҡтар ҡомартҡыларға, серле әйберҙәргә бай булыуы менән һоҡландырҙы. Уларҙың эсенә ниҙәр генә һалынмағайны: әйтерһең, һәр береһенә тотош бер нисә ғүмер һыйған!
Һәр береһендә матур сигеүҙәр менән нағышланған таҫтамалдар, алъяпҡыстар, ҡорама юрған, мендәр-яҫтыҡ тыштары, өҫтәл япмалары, аллы-гөллө яулыҡтар, элекке көмөш тәңкәләр, түшелдеректәр, ойоҡбаш-бирсәткәләр, хатта тун һәм ситектәр, фотоальбомдар, миҙалдар ҙа урын алғайны.
Һандыҡтарҙың хужабикәләре ундағы һәр бер әйберҙең ҡәҙерләп һаҡланыуын, мираҫ итеп тапшырыла килгән ошо ҡомартҡылар улар өсөн иң ҡәҙерле, изге, иҫтәлекле булыуҙары һәм ниндәйҙер фәһемле ваҡиға менән бәйле икәнлеген ентекле һөйләне.
Наилә Имаева.