Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
21 Ғинуар 2023, 09:10

Һандыҡтарҙың ниндәйҙәре генә юҡ ине!

Тулыраҡ:

Һандыҡтарҙың ниндәйҙәре генә юҡ ине!
Һандыҡтарҙың ниндәйҙәре генә юҡ ине!

Халҡыбыҙҙың матур йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре бөгөн яңы һулыш ала, тергеҙелә. Милли кейемдәргә, боронғо биҙәнеү һәм тормош-көнкүреш әйберҙәренә ҡыҙыҡһыныу артыуы — матур күренеш. Был йәһәттән Асҡын районы элек-электән үҙ асылына, булмышына тоғро.
Ҡашҡа ауылында уҙған «Серҙәреңде ас, һандыҡ!» район
-ара фольклор байрамы быға асыҡ дәлил булды.

Ата-баба­ла­рыбыҙ һөнәрҙәрен һаҡлап ҡалыу, улар­ҙың нескәлектәрен йәш быуынға еткереү, халыҡ ижадын киң таратыу, оҫталарҙы асыҡлау, тәжрибә уртаҡлашыу маҡса­тында ойошторолған был байрамда һандыҡтарҙың ниндәйҙәре генә юҡ ине: бер сөй ҡаҡмайынса эшләнгәндәре лә, әсәй-өләсәйҙәренән изге ҡомартҡы итеп ҡалғандары ла, тимерҙән, ағастан семәрләп яһалғандары ла, аҡҡош төшөрөлгәндәре лә, хатта балалар баҡсалары өсөн бәләкәйҙәре лә бар ине! Оҫталарҙың фантазияһына, талантына, өлгөләрҙең камиллығына, матурлы­ғына һушың китерлек...

Шуға күрә баһа­лаусылар һандыҡтарҙың тышҡы матурлығын ғына түгел, ә эсендәге ҡомартҡыларға ла, һандыҡ менән бәйле йолаларҙың нисек тергеҙелеүенә лә ҙур иғтибар бүлде һәм түбәндәге номинациялар буйынса еңеүселәрҙе билдәләне:

«Иң боронғо һандыҡ», «Иң серле һандыҡ», «Иң биҙәкле һандыҡ», «Ҡомартҡылы һандыҡ», «Йолалы һандыҡ», «Киленле һандыҡ», «Заманса һандыҡ», «Бирнәле һандыҡ».

Наилә Имаева.

 

 

Һандыҡтарҙың ниндәйҙәре генә юҡ ине!
Һандыҡтарҙың ниндәйҙәре генә юҡ ине!
Һандыҡтарҙың ниндәйҙәре генә юҡ ине!
Һандыҡтарҙың ниндәйҙәре генә юҡ ине!
Һандыҡтарҙың ниндәйҙәре генә юҡ ине!
Һандыҡтарҙың ниндәйҙәре генә юҡ ине!
Һандыҡтарҙың ниндәйҙәре генә юҡ ине!
Һандыҡтарҙың ниндәйҙәре генә юҡ ине!
Һандыҡтарҙың ниндәйҙәре генә юҡ ине!
Һандыҡтарҙың ниндәйҙәре генә юҡ ине!
Һандыҡтарҙың ниндәйҙәре генә юҡ ине!
Читайте нас: