Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
16 Ноябрь 2022, 10:25

Халҡыбыҙ йолаларын тергеҙәләр

Тулыраҡ:

Халҡыбыҙ йолаларын тергеҙәләр
Халҡыбыҙ йолаларын тергеҙәләр

Үршиҙе ауылында  Альбина Насырова етәкләгән “Гөлнәзирә” фольклор коллективы халҡыбыҙ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, һаҡлау буйынса ҙур эш алып бара.

Улар халыҡ күңелендәге традицияларҙы нисек бар, шулай ғына  аяҡҡа баҫтырмай,  ә уларҙы яңыса үҫтереү, уларға бөгөнгө яңғырыш биреү, тәрәнерәк мәғәнәле итеү маҡсаты менән янып эшләй.

Кисә генә ”гөлнәзирә”ләр   өмәләргә йөрөү өсөн махсус тектергән күлдәктәрен кейеп,   “Ҡаурый һыҙырыу” (“Сылғый суйыу”) өмәһенә  ауылдың хөрмәтле ағинәйе Фәнизә Рахман ҡыҙы Сәлимгәрәева  йортона йыйыла. “Ҡаҙ өмәһе”нең бер өлөшө булған был  эште  элек-электән ауылдың уңған ағинәйҙәре бергә кис ултырып, йырҙар йырлап, таҡмаҡтар әйтеп  күңелле башҡарған.

 Был юлы ла өмә күңелле уҙа: гармун моңдарына ҡушылып бергәләп йырҙар йырлайҙар, Фәнизә Рахман ҡыҙы сылғый һыҙырыу тураһында   яҙған шиғырҙарын уҡый. Уңған хужабикәләрҙең һәр береһе тәмлекәстәр бешереп алып килә, Фәнизә апай тәмле итеп бәлеш бешерә, шулай бай  табын ҡороп, гөрләшеп сәй ҙә  эсәләр.

Артабан Марсель хәҙрәт  ил-көнөбөҙҙөң тыныс  булыуын, мобилизацияланған һалдаттарыбыҙҙың иҫән-имен йөрөп ҡайтыуын теләп, шулай уҡ әруахтар рухына аят уҡып, доға ҡыла.

Бына шулай, бергәләп кис ултырып,  туйғансы аралашып,  ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеп, алдағы көндәргә пландар ҡороп,  рухланып таралыша “гөлнәзирә”ләр.

 Наилә Имаева.

Халҡыбыҙ йолаларын тергеҙәләр
Халҡыбыҙ йолаларын тергеҙәләр
Халҡыбыҙ йолаларын тергеҙәләр
Халҡыбыҙ йолаларын тергеҙәләр
Халҡыбыҙ йолаларын тергеҙәләр
Читайте нас: