Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
17 Май 2022, 15:45

Балалар йолаларҙы белеп үҫһен

“Ата-бабалар йолаларын белеп үҫкән бала бәхетле була”, тип билдәләне “Ҡарға бутҡаһы” байрамында сығыш яһаусылар

Балалар йолаларҙы белеп үҫһен
Балалар йолаларҙы белеп үҫһен

“Ҡарға бутҡаһы” байрамында ҡатнашыусы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, район гәзиттәре мөхәррире Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова “Мельница” балалар ижады үҙәге коллективын Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттары  конкурсында еңеүҙәре менән тәбрикләне һәм халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын тергеҙгәндәрее, балаларҙа милли мәҙәниәтебеҙгә, халыҡ ижадына  ҡарата ҡыҙыҡhыныу, hөйөʏ уятҡандары, тирə-яҡ мөхиткə hаҡсыл ҡараш тəрбиəлəгәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Проектты әҙерләүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа ҙур ярҙам күрһәткәндәргә Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Упҡанкүл мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы, “Яҙғы тамсылар-2019” республика конкурсы лауреаты, “Сулпылар” телевизион конкурсында ҡатнашыусы Илгиз Әйүпов (етәксеһе Зөлфиә Наил ҡыҙы Мазһарова) байрамды “Илкәйем” халыҡ йыры менән асып ебәрҙе.

 “Мельница” Балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүселәре, Яңы Ҡаҙансы мәктәбенең Алһыу Ҡәтифйән ҡыҙы Хәсәнова етәкселегендәге “Ынйы бөртөктәре” фольклор коллективы халыҡ уйындары аша үҙҙәренең  һәләттәрен күрһәтте.

Илһөйәр Махатова.

Балалар йолаларҙы белеп үҫһен
Балалар йолаларҙы белеп үҫһен
Балалар йолаларҙы белеп үҫһен
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: