“Ҡарға бутҡаһы” — башҡорт һәм татар халҡында киң таралған яҙҙы ҡаршылау байрамы. Ул апрель аҙағынан июнь уртаһына тиклем үткәрелгән, ваҡыт үтеү менән яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға тура килтерелгән. Ҡарғалар йылы яҡтан ҡайтыу менән яҙ башлана, тип уйлаған боронғолар. Халыҡ ҡыуанышып йылға буйына йыйылған, бутҡа бешергән, уңыш мул һәм яҡшы булһын тип, ҡарғаларҙы һыйлаған. Ә йәштәр, балалар уйындар уйнаған, бейегән, йырлаған, күңел асҡан. Бөгөн Асҡын ауылының “Мельница” Балалар ижады үҙәге коллективы һуңғы йылдарҙа беҙҙең яҡтарҙа онотолоп барған, ә Асҡын ауылында беренсе тапҡыр “Ҡарға бутҡаһы” байрамын ойошторҙо.
Халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын тергеҙеү, балаларҙа милли мәҙәниәтебеҙгә, халыҡ ижадына ҡарата ҡыҙыҡhыныу, hөйөʏ уятыу, тирə-яҡ мөхиткə hаҡсыл ҡараш тəрбиəлəʏ “Мельница” Балалар ижады үҙәге коллективы эшмәкәрлегенең бер йүнәлеше булып тора. Улар үткән йыл Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттары конкурсының “Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге проекттарҙы яҡлау” йүнәлешендә “Ҡарға бутҡаһы” халыҡ йолаһы проекты менән ҡатнашып, еңеүгә ирешә һәм ошо аҡсаларға бөгөн балалар өсөн ҙур байрам үткәрҙе. Был сараның быйылғы Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылында үтеүе лә бик әһәмиәтле.
Байрамда Асҡындың 1-се һәм 2-се, Яңы Ҡаҙансы мәктәптәренең башланғыс кластары уҡыусылары уҡытыусылары етәкселегендә ҡатнашты һәм саранан бай тәьҫораттар алды.
Илһөйәр Махатова.