Балтас районы Тушҡыр күп функциялы ауыл клубында “Ҡартаймаҫ ” фольклор ансамбле башҡарыуында "XXI быуат йомғағы" республика конкурсы сиктәрендә “Киленгә бирнә әҙерләү” йолаһын күрһәтте.
Бирнә - никахҡа ингәндә ҡыҙҙың ата-әсәһе йәки туғандары биргән мөлкәт. Бирнә кәләштең шәхси әйберҙәренән һәм йорт кәрәк-ярағынан: түшәктәр, мендәрҙәр, юрғандар һ.б., аш-һыу кәрәк-ярағынан (ашъяулыҡтар, салфеткалар) һ.б. торған. Бирнә ғаиләнең матди хәленән сығып төҙөлгән. Кәләштең һандыҡтағы һәр әйбер үҙенсәлекле һәм әһәмиәтле булған, ә йәш килен дә иренең өйөнә килеп ингәс, һандыҡтағы ҡул эштәре менән йортто биҙәгән («өй киендерү» йолаһы).
1-15 майҙа жюри ағзалары конкурс эштәренә баһа бирәсәк. Шулай уҡ 15 майҙа көндөҙгө сәғәт 3-тә ҡатнашыусылар берләшмәһендә конкурс сараһының тура эфирын ҡарау һаны буйынса көйәрмәндәр алышы номинацияһында еңеүсе билдәләнәсәк.
Гөлназ Ғәлләмова.