Милли кейем — һәр милләт мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө. Ул ябай кейем генә түгел, унда оло тарих ята. Милли кейем көнөндә тәрбиәселәр балалар менән боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе иҫкә төшөрөп, күргәҙмә материалдар тупланы, халҡыбыҙ йолаларын иҫкә төшөрҙө.
Башҡорт төркөмө тәрбиәсеһе Розалия Миңлеәғзәм ҡыҙы Әғләмова менән “Гномиктар” төркөмө тәрбиәләнеүселәре Күлдәк ҡотлау йолаһын күрһәтте. Уйын-көлкө менән уҙған был йола күренештәре кескәйҙәр күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.
Шулай уҡ ҡыҙҙар менән төрлө бизәүестәр ярҙамында ҡашмау баш кейемен биҙәү буйынса оҫталыҡ дәресе лә күрһәттеләр.
“Тамсыҡай” урта төркөмөндә тәрбиәсе Алия Рифат ҡыҙы Ғәлиева балаларға ошо байрам тураһында ентекле һөйләп, күргәҙмәлелек аша милли кейемдәр тураһында фәһемле сара ойошторҙо.
Глүсә Ғәлиева.