Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
24 Март 2022, 12:10

“Аҡбуҙат”та — Науруз байрамы

 Балалар  байрам тураһында күп нәмә белде

“Аҡбуҙат”та — Науруз байрамы
“Аҡбуҙат”та — Науруз байрамы

Ҡашҡа ауылының “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында Науруз байрамы үтте. Балаларҙы төрлө милләт йолалары менән таныштырыу, милли мәҙәниәтебеҙгә һөйөү һәм хөрмәт, бер-береңә ҡарата дуҫлыҡ, берҙәмлек, мәрхәмәтлек сифаттары тәрбиәләү маҡсатында саф һауала ойошторолған сара бик күңелле һәм фәһемле үтте. Тәрбиәселәр Флидә Нәфҡәт ҡыҙы Ғәлләмова менән Эльвира Ҡәҙим ҡыҙы Фазлетдинова балаларға байрам тураһында  һөйләне.  Тәрбиәләнеүселәр йырҙар йырланы, шиғырҙар һөйләне, күңелле уйындарҙа ҡатнашты. Әңгәмә барышында балалар  байрам тураһында күп нәмә белде. Тәрбиәсе ярҙамсылары Римма Фәнзәт ҡыҙы Ғәлләмова, Эльза Юныс ҡыҙы Әфтәхова байрамды ойоштороуҙа ярҙам итте.

Байрам аҙағында бергәләп тәмлекәстәр менән эҫе самауыр сәйе эстеләр.

Илһөйәр Махатова.

Флидә Ғәлләмова фотолары.

“Аҡбуҙат”та — Науруз байрамы
“Аҡбуҙат”та — Науруз байрамы
“Аҡбуҙат”та — Науруз байрамы
“Аҡбуҙат”та — Науруз байрамы
“Аҡбуҙат”та — Науруз байрамы
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: