Зөлфинә Сайфуллина етәкселегендәге “Умырзая” фольклор коллективы Дыуан районы Арый ауылында үткән “Сыңрау торна-2022" фольклор фестивалендә ҡатнашты. Улар “Бәпес күреү” йолаһын сәхнәләштерҙе.
Ижади коллективтарҙың сығышын сәсәниә, филология фәндәре докторы Розалиә Солтангәрәева, филология фәндәре докторы Нәркәс Хөббөтдинова,фольклорсы, драматург , фиолология фәндәре кандидаты Шәүрә Шәкүрова, донъя виртуозы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, тыуған яҡты өйрәнеүсе Наилә Сафиуллина баһаланы.
Наилә Имаева.