Солтанбәк ауылындағы “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы һаҡлау, өйрәнеү һәм тергеҙеү буйынса әүҙем эш алып баралар. Рухлы, телһөйәр, үҙ эшен бар күңелен һалып, ижади башҡарған тәрбиәселәр Ләйсән һәм Фәнзиә Суфияновалар, Мәүзәлиә Хәсәнова, тәрбиәсе ярҙамсыһы Елена Шәрәфетдинова бергәләп кескәйҙәр менән “Кис ултырыу” йолаһын өйрәнеп, уға яңы һулыш өҫтәп, бик матур итеп сәхнәләштерәләр.
— Балаларҙа башҡорт халҡының әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм дә уларҙы туған телебеҙҙә матур итеп һөйләшергә өйрәтеү өсөн бар тырышлығыбыҙҙы һалабыҙ. Ошо маҡсатта дәрестәрҙән тыш, милли уйындар, байрамдар, иртәлектәрҙе башҡортса ойошторабыҙ. Тәрбиәләнеүселәребеҙ уларҙы йылы ҡабул итә, туған телебеҙҙә аралашыу теләге лә уяна кескәйҙәрҙә. “Кис ултырыу” йолаһына ла ныҡлап әҙерләндек: башҡортса шиғырҙар ятланыҡ, йырҙар һәм бейеүҙәр өйрәндек, ҡул эштәре эшләнек, малайҙар өсөн ҡамсат бүрек тектек. Балаларға бик оҡшаны”, — тип һөйләне кескәйҙәрҙе милли рухта тәрбиәләүсе Ләйсән Марат ҡыҙы.
Балалар ошо йолаларҙа уйналған уйындар, йырлаған йырҙар аша зиһенле, сәләмәт, етеҙ, тырыш, тәртипле, берҙәм булып, илебеҙгә лайыҡлы алмаш булып үҫерҙәр тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Наилә Имаева.