Һалҡындар башланып, ергә ҡар ятҡас, ауылдарҙа һуғым һуйыу, ҡаҙ өмәләре башлана. Шундай күркәм йола байрамы - “Ҡаҙ өмәһе” Яңы Ҡара ауылының уңған, эшһөйәр Имаевтар ғаиләһендә үтте.
«Рәйлә һәм Винер Имаевтар - бик тырыш, булдыҡлы ғаилә. Винер механизатор һөнәрен үҙләштереп, ауыл хужалығында, атап әйткәндә, малсылыҡ комплексында эшләй, ә Рәйлә оҙаҡ йылдар инде ауыл ФАП-ында фельдшер булып хеҙмәт һала.
Имаевтарҙың ҡорған донъялары ла балҡып тора, һәр ерҙә бөхтәлек, тәртип. Улар күпләп мал аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә. Быйыл иһә 25 ҡаҙ үҫтергәндәр һәм уларҙы эш итер өсөн, борондан килгән йола буйынса, өмә үткәрҙеләр.
Өмәселәрҙе, ауылыбыҙҙың уңған килендәрен, ағинәйҙәрен, ҡунаҡсыл хужабикә асыҡ йөҙ, тәмле һүҙ менән ҡаршы алды. Берҙәмлек булғас, эш тә бик күңелле барҙы: уйын-көлкө, йыр-моңдар менән ҡаҙҙарҙы оҫта итеп йолҡоп, эсен-башын таҙартып ҡуйҙыҡ. Ҡаҙҙар бик һимеҙ, матур булды.
Артабан өмәнең иң күркәм, ауылға йәм биргән өлөшө башланды: ҡаҙҙарҙы биҙәкле, матур көйәнтәләргә аҫып, һыу буйында сайҡап алып ҡайтыу. Баштарына француз яулыҡ ябынған, сигеүле алъяпҡыс бәйләп:
Ҡаҙ өмәһе көн дә булмай,
Йылға бер генә була.
Ҡаҙ өмәһендә йөрөһәң,
Күңел һәр саҡ йәш була,- тип
йырлай-йырлай өмәселәр һыу буйынан ҡайтты.
Өмәселәр ҡайтыуға уңған хужабикә ҡаҙ майы менән майланған ҡоймаҡ-табикмәк бешереп, һый-хөрмәт менән тулы, самауыры шыжлап торған табын әҙерләгәйне.
Әйткәндәй, ауылыбыҙҙың уңған килендәре Рәүизә Шәрәфисламова – 80-дән ашыу, Фларида Шәрәфисламова 30-ға яҡын, Гөлнара Шәйхинурова 20-ләп күркә үҫтерҙе.
Гөлфиә Сабирйәнова, Хәлисә Ғәлиева – 30-40-лап, Зөфәр Мөғтәбәров 15 ҡаҙ үҫтерҙе. Бройлер себештәрен һимертеүселәр ҙә бихисап булды. Бына шулай, беҙҙең Яңы Ҡара ауылында уңған, тырыш кешеләр йәшәй. Донъялар тыныс булып, коронавирус тигән афәттәр бөтөп, һаулыҡ-сәләмәтлектә артабан да берҙәм булып йәшәргә яҙһын”, - тип һөйләне ауылда “Ағинәйҙәр ҡоро” ойошмаһы рәйесе, мәғариф ветераны Миңзилә Малик ҡыҙы Мөғтәбәрова.
Яңы Ҡара ауылында халыҡтың берҙәм, рухлы, йолаларҙы һаҡлаған, һәр саҡ бер-береһенә ярҙам итеп, дуҫ-татыу йәшәүен күрһәтә бындай саралар. Афариндар!
Наилә Имаева.