Бер нисә йыл дауамында Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы инициативаһы буйынса Башҡортостанда сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм традицияларҙы һаҡлауға, эскеселекте киҫәтеү буйынса әүҙем эш алып барған ауыл биләмәләрен дәртләндереүгә йүнәлтелгән «Айыҡ ауыл» республика конкурсы үтә.
Быйыл конкурс сентябрҙә башланды һәм 2022 йылдың 30 июненә ҡәҙәр дауам итәсәк. Әлеге ваҡыта бәйгенең муниципаль этабы бара. Унда Ҡариҙел районынан 11ауыл: Әртәкүл, Байҡыбаш, Ҡариҙел, Ҡараяр, Кирҙә, Яңы Муллаҡай, Урғыш, Яңы Бәрҙәш, Подлубов, Иҫке Аҡбүләк, Яугилде ҡатнаша. Еңгән ауыл иҫтәлекле бүләк аласаҡ, ә конкурстың лидеры район данын икенсе – республика этабында яҡлаясаҡ.
Иҫке Аҡбүләк ауыл биләмәһе тәжрибәле ҡатнашыусыларҙың береһе булып тора. Күптән түгел аҡбүләктәр Зинфира һәм Фәлғәт Йыһаншиндарҙың өйөндә “Ҡаҙ өмәһе” байрамын ойошторҙо.
Люция Карамова.