Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
20 Ноябрь 2021, 21:25

Ҡыйғаҙыла - Ҡаҙ өмәһе

«Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсы сиктәрендә Ҡыйғаҙы ауылында “Ҡаҙ өмәһе” үтте.

Ҡыйғаҙыла  - Ҡаҙ өмәһе
Ҡыйғаҙыла - Ҡаҙ өмәһе

Көн буранлы булыуға ҡарамаҫтан, Ҡыйғаҙы ауылында йәшәүсе Сәкинә Шәбетдинова йорто алдында иртә менән йәнлелек һәм байрам кәйефе ине. Уңған хужабикә быйыл да ҡаҙ һимертеп, дуҫ-иштәрен, туғандарын һәм ауыл мәҙәниәт йорто коллективын өмәгә саҡыра. Йола буйынса, ҡаҙ өмәһе йыр-моң, изге теләктәр менән үрелеп бара.

Сарала ҡатнашыусы район Советы депутаты Эдуард Тимерғәлин, Петропавловка ауыл биләмәһе башлығы Альбирт Ҡәҙимов хужаларға һәм өмәселәргә рәхмәт белдереп, изге теләктәрен еткерә һәм иҫтәлеккә бүләк тапшыра.

Петропавловка ауыл Советы үткән йылда ла был конкурста әүҙем ҡатнашҡайны һәм муниципаль этапта 1-се урын яулағайны.

Наилә Имаева.

 

Ҡыйғаҙыла  - Ҡаҙ өмәһе
Ҡыйғаҙыла - Ҡаҙ өмәһе
Читайте нас: