Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
14 Ноябрь 2021, 15:05

Ҡаҙ өмәһе – муллыҡ билдәһе

Балтас районы Уразай ауылында Ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте.

Ҡаҙ өмәһе – муллыҡ билдәһе
Ҡаҙ өмәһе – муллыҡ билдәһе

Ер йөҙөндә йәшәгән һәр халыҡтың, һәр милләттең уҙенә генә, уның тормош-көнкүрешенә, мәҙәниәтенә хас булған байрамдары, йолалары йәшәп килә. Улар күп ерҙә юғалмай, һаҡлана, бөгөнгө йәшәйешкә яраҡлашып, үҙгәреп, байып, милләтте милләт итеп йәшәтеп килә.

Халҡыбыҙҙа "Ҡаҙ өмәһе" йолаһы үҙенсә байрам төҫө ала. Ҡаҙ аҫраған хужаларҙың булдыҡлы, эшсән икәнен күрһәтә һәм күмәк көс менән эшләнгәс, уйын-көлкө, шаян һүҙҙәр менән үрелеп барып, йыр-моң да ҡушылғас, был йорттоң байрамына әүерелә. Баҡса эштәре тамамланыу менән шаулап-гөрләп ҡаҙ өмәләре үтә. Уразай ауылы халҡы ла шулай бер-береһенә ярҙам күрһәтеп, үҙ-ара татыу йәшәй.Шәисламовтар ғаиләһендә Ҡаҙ өмәһе үтте. Финат ағай менән Фәнидә апай быйыл ҡаҙ үҫтереп, өмәгә күршеләрен, туғандарын һәм дуҫтарын саҡырып, халҡыбыҙҙың матур йолаларын еренә еткереп үтәне.

Гөлназ Ғәлләмова.

Ҡаҙ өмәһе – муллыҡ билдәһе
Ҡаҙ өмәһе – муллыҡ билдәһе
Ҡаҙ өмәһе – муллыҡ билдәһе
Ҡаҙ өмәһе – муллыҡ билдәһе
Читайте нас: