Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
25 Октябрь 2021, 09:35

Асҡында Ҡаҙ өмәләре гөрләй

Ҡаҙ өмәһе — халҡыбыҙҙың элек-электән яратып, көтөп алған йола байрамы.  Ошо көндәрҙә Асҡын ауылында ла өмәләр гөрләне. Хәҙер хужаларҙың һуйылған ҡош-ҡорттарын һалып ҡуйырға һыуытҡыстары булғас, туңдырғанды, ҡар яуғанын көтөп тормайҙар.

Асҡында Ҡаҙ өмәләре гөрләй
Асҡында Ҡаҙ өмәләре гөрләй

Асҡын ауылында йәшәүсе Рәзинә һәм Динар Муллаяровтар ҙа байтаҡ йылдар инде күпләп ҡош-ҡорт үрсетә. Бигерәк тә ҡаҙҙарҙы улар яратып, күңел биреп ҡарай. “Ҡаҙ итен, ҡаҙ итенән бешерелгән аш-һыуҙы балалар ҙа, үҙебеҙ ҙә бик яратып ашайбыҙ. Күстәнәскә биреүе лә күңелле”, — ти Рәзинә Ҡәҙим ҡыҙы.

Ял көнөндә улар туғандары, дуҫтары ярҙамы менән 15-кә яҡын ҡаҙҙы һуйып, эшкәртеп ҡуйҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡаҙҙарҙы йолҡҡан арала ир-егеттәр ҙә тик торманы, ҡоштарҙың башын, аяғын таҙартты. Был ғаиләлә шулай күнегелгән, эште ирҙәрҙекенә, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡына бүлеү юҡ. Бергәләп башҡарғас, өмә күңелле лә булды, оҙаҡҡа ла һуҙылманы. Ә эш бөтөүгә уңған хужабикә ҡаҙ майында ҡоймаҡ, тәмле аш бешереп, сәй әҙерләп көтөп торҙо.

Илһөйәр Махатова.

Автор фотолары.

 

Асҡында Ҡаҙ өмәләре гөрләй
Асҡында Ҡаҙ өмәләре гөрләй
Асҡында Ҡаҙ өмәләре гөрләй
Асҡында Ҡаҙ өмәләре гөрләй
Асҡында Ҡаҙ өмәләре гөрләй
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: