Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
10 Апрель 2021, 16:50

Яҙ байрамдарының береһе

Балтас районы Түбән Һикеяҙ ауыл мәҙәниәт йортонда «Ҡарға бутҡаһы» байрамы үтте.

«Ҡарға бутҡаһы» башҡорттарҙың яҙҙы ҡаршылауға арналға йола байрамы. Йәмле яҙҙы йылы яҡтан ҡара ҡарғалар алып килә икән, тип уйлағандар. Шуның өсөн ҡарҙар иреп, һыуҙар аға башлағас, ҡарғалар килеү хөрмәтенә байрам яһай торған булғандар. Уны “Ҡарға бутҡаһы” тип атағандар.
Был көндө балалар ауыл буйлап йорттарға кереп, бутҡаға әйберҙәр йыйған, изге теләктәр теләгән, кешеләрҙе байрамға саҡырған. Байрамды һыу буйында, тау битендә үткәргәндәр. Усаҡ яғып, ҡаҙан асҡандар, бутҡа бешергәндәр. Бутҡа бешкәнсе, төрлө уйындар уйнағандар, йырҙар йырлағандар, таҡмаҡтар әйтешкәндәр, унан һуң бергәләп бутҡа ашағандар. Бутҡаны балалар ҡарғаларға ла ҡалдырып киткән.
Гөлназ Ғәлләмова.
Балтас районы.
Читайте нас: