Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
9 Апрель 2021, 15:45

“Ҡояшҡай”ҙа Орсоҡ байрамы үтте

Асҡын ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында башҡорт халҡының йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә, туған телгә һөйөү тәрбиәләү, башҡорт уйындарына, йырҙарына, бейеүҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында байтаҡ саралар ойошторола. “Гномиктар” төркөмөндә үткән Орсоҡ байрамы ла быға асыҡ миҫал.

Сараға тәрбиәләнеүселәр, ата-әсәләр менән әүҙем әҙерлек эше алып барылды. Балалар шиғырҙар ятланы, бейеүҙәр өйрәнде, йомаҡ, мәҡәлдәр систе. Бүлмә матур итеп биҙәлде, балалар әсәйҙәре эшләп, тегеп биргән күкрәксәне, алъяпҡысты кейеп, яулыҡтар бәйләп, өләсәйҙәренә ҡунаҡҡа, кис ултырырға килде. Тәрбиәсе Розалия Әғзәм ҡыҙы Әғләмова тәрбиәләнеүселәргә байрам тураһында бай мәғлүмәт еткерҙе. Йөн эрләү, иләү, орсоҡ, көнйәлә кеүек төшөнсәләр менән таныштырҙы. Балалар был эштәрҙе үҙҙәре лә башҡарып ҡараны. Өләсәй — тәрбиәсе Глүсә Хисаметдин ҡыҙы Ғәлиева менән балалар йөн эрләргә өйрәнде, йырлап-бейеп алды, тәмле самауыр сәйенән ауыҙ итте, уйындар уйнаны.
Байрам балаларға бик оҡшаны.
Ләйсән Нафиҡова, “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһының эштәр башҡарыусыһы.
Автор фотолары.
Читайте нас: