Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
24 Март 2021, 09:26

Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙәләр

Балтас районы Түбән Ҡарыш ауылы мәҙәниәт йортонда “Өләсәйем һандығы” тигән фольклор байрамы үтте.

Башҡорт, татар халҡының онотола барған гөрөф-гәҙәттәрен хәтерҙә яңыртыу hәм һаҡлау, элекке осорҙоң матурлығын күрһәтеү йөҙөнән Түбән Ҡарыш мәҙәниәт йортонда “Өләсәйем һандығы” тигән фольклор байрамы үтте.
Кисә алдынан мәҙәниәт йортоноң бер мөйөшөнә һандыҡта һаҡланған әйберҙәрҙән күргәҙмә ойошторолдо. Ауылыбыҙҙың ағинәйе Әлфинә Нуримова, йәш ваҡытын иҫкә төшөрөп, кис ултырғанда сиккән таҫтамалдары, бәйләгән селтәрҙәре, сиккән мендәр тыштары , ашъяулыҡтары тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Һандыҡтың иң ҡәҙерле әйбере моғайын фронттан килгән хаттар булғандыр. Уларҙы күҙ ҡараһылай һаҡлаған , сөнки быуындан-быуынға тапшырылған был изге ҡомартҡылар — һуғыштан ҡайтмаған иң ҡәҙерле туғанының хаттары. Матур һәм фәһемле осрашыуҙар шулай дауамлы булһын.

Гөлназ Ғәлләмова.
Балтас районы.
Читайте нас: