Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
24 Март 2021, 14:48

Наурузбикә ҡышты еңде

Бөгөн Балтас районы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында Науруз байрамы бик күңелле үтте.


Бөгөн Балтас районы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында тәрбиәсе Гөлнәзирә Имамова һәм музыка етәксеһе Рима Шакирова Науруз байрамын ойошторҙо. Маҡсаты: халҡыбыҙҙың йолалары, байрамдары менән таныштырыу.
Ҡунаҡҡа килгән Ағинәй (Алһыу Улданова) бойҙай бутҡаһы менән һыйлап, халҡыбыҙ йолалары тураһында һөйләне. Артабан ҡунаҡҡа Ҡыш бабай (Эльвира Ғилмуллина) менән Наурузбикә (Рита Борханова) килде. Улар үҙ-ара көс һынашты. Ҡыш бабай ҡалышырға теләмәһә лә, Наурузбикә еңеүсе булды.
Сарала балалар ҙа, килгән ҡунаҡтар ҙа бик әүҙем ҡатнашып, уйын-конкурстарҙа уйнап көс-дәрт тупланы.
Байрамдан барыһы ла күтәренке кәйефтә таралды.

Гөлназ Ғәлләмова.
Балтас районы.
Читайте нас: