Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
19 Ноябрь 2020, 14:25

Солтанайҙа Ҡаҙ өмәһе үтте

Халҡыбыҙҙың бик күңелле байрамдары, бай ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары бар. Йыл миҙгелдәренә бәйлеләренең береһе — Ҡаҙ өмәһе. Солтанай ауылында йәшәүсе тырыш, уңған ғаилә — Сөғдә һәм Рәмзил Гәрәевтар ихатаһында “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә матур өмә үтте.

Үҙҙәре ярҙамсыл, асыҡ йөҙлө, изге күңелле булғанға өмәгә ауылдаштары ла теләп килде. Байрамды ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни сараларҙы ойоштороусыһы Фидания Шәйхетдинова асты. Яубүләк ауыл биләмәһе башлығы Флүр Фәнүз улы Әминев солтанайҙарҙың тырыш, әүҙем булыуын, айыҡ, сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәгән “Айыҡ ауыл” конкурсында ла теләп ҡатнашыуҙарын билдәләп, өмәселәргә — еңел эш, ә Гәрәевтарға ҡаҙҙарының алдағы йылда ла уңыуын, үҙҙәренә иҫәнлек-һаулыҡ теләне.
Артабан байрамдың иң күңелле өлөшө башланды. Ауылдың уңған гүзәл заттары — Земфира Хәлитова, Рәйсә Сәләхетдинова, Гөлсинә Мирзина, Лилиә Сәмиғуллина, Фидания Шәйхетдинова, Сөғдә апайҙың килене, Яубүләк ауылынан Нәзилә Сафиуллина йырҙар йырлап, көлөшөп, һуйылған ҡаҙҙарҙы йолҡоно. Ҡаҙҙар йолҡоноп, эстәре алынып, баш-аяҡтары таҙартылып бөткәс, уларҙы көйәнтәләргә элеп күл буйына сайҡарға барҙылар. Һыу буйынан ҡайтыуға өмәселәрҙе тәмле ҡаҙ ҡоймағы, ҡаҙ ите, ҡайнар аш, өҫтәл тулы ризыҡ көтә ине.
Туғандарың, күршеләрең, ауылдаштарың менән аралашып, аш-һыуға йөрөшөп, бер-береңә ярҙам итеп өмәләрҙе бергә үткәреү тормошобоҙҙо тағы ла йәмлерәк һәм мәғәнәлерәк итә.
Илһөйәр Махатова.
Алһыу Йосопова фотолары.
Материалды тулыраҡ итеп район гәзитенән уҡырһығыҙ.
Читайте нас: