Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
27 Ноябрь 2019, 18:20

Йырлай-йырлай ҡаҙ йолҡтолар

Миңзилә һәм Рәдис Мөғтәбәровтар йортона “Ҡаҙ өмәһе”нә ауылдың иң уңған хужабикәләре ярҙамға килде.

“Ҡаҙ өмәһе” уйын-көлкө, йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барып, бик күңелле үтте.
Бар эшкә лә оҫта ағинәйҙәр Рәүизә һәм Фларида Шәрәфисламовалар, Винария Низаева, Нажия Мостафина, Ләйсән Ғәлимйәнова, Гөлнара Зиннурова, Гөлсинә Фазылъянова, Люция Ғарипова, Зәлиә Мәүлимшина йырлай-йырлай ҡаҙҙарҙы йолҡто. Әйтергә кәрәк, улар эшкә генә түгел, йыр-моңға ла бик әүҙемдәр ине. Йолаға ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙар төрлө ырым-юрауҙар хаҡында ла һөйләне. Өмәселәр ҡоштоң эсен ярып, таҙартҡан арала Гүзәл Вәлиева етәкселегендә ҡыҙҙар-малайҙар ҡанат сыйҙы, ҡауырһындарҙы йыйҙы, халҡыбыҙҙың мәҡәл һәм әйтемдәрен дә иҫкә төшөрҙө. Бер аҙҙан көйәнтәләргә йолҡолған ҡаҙҙарҙың тос түшкәләрен парлап элеп, өмәселәр яҡында ғына урынлашҡан быуаға юлланды. Балалар тәүгеләрҙән булып атланы. Улар матур ғәҙәт буйынса йорт хужаларына мал, ҡош-ҡорт ҡото теләп, юлға ҡауырһын һипте.
Ҡаҙҙарҙы мәкелә сайҡатыу — йоланың айырылғыһыҙ өлөшө. Һыуыҡ һыуҙа улар таҙарып ҡына ҡалмай, бар насарлығы китә һәм оҙаҡ һаҡлана. Был күренеште ғәҙәттәгесә ауыл халҡы һәм сарала ҡатнашыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте. Гармун моңдары бында ла тынманы, бергәләп йырлап, бейенеләр.
Аш-һыуға оҫта хужабикәләр Раушания Хажиәхмәтова менән Ирина Мөғтәбәрова (Миңзилә апайҙың ҡыҙы) өмәселәрҙең быуанан ҡайтыуын байрам өҫтәле әҙерләп ҡаршы алды. Һый-хөрмәттән ауыҙ итеп, ҡаҙ майы менән майланған ҡоймаҡ ашап, сәй эстеләр. Табында күңелле итеп аралашып, хужаларға киләһе йылда ла ҡош-ҡорттарының уңыуын һәм иҫәнлек-һаулыҡ теләп таралыштылар.

Наилә Имаева.
Читайте нас: