Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
27 Ноябрь 2019, 17:14

Ҡаҙ өмәһе — ауыл биҙәге

Бөгөн Яңы Ҡара ауылында йәшәүсе Миңзилә һәм Рәдис Мөғтәбәровтар ғаиләһендә ҙур ойошҡанлыҡ менән “Ҡаҙ өмәһе” үтте. Тулыраҡ түбәндәге һылтанма буйынса:

Ҙур сараны район Клуб-китапхана системаһы Яңы Ҡара ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә әҙерләгәйне. Йола байрамы район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн практик семинар булып торҙо, шуға ла “Ҡаҙ өмәһе”н ҡарарға, тәжрибә уртаҡлашырға районыбыҙҙың мәҙәниәт усағында эшләүселәр ҙә килгәйне. Район Мәҙниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы Зөлфәҡәр ағай Ғафуръянов менән Ҡаҙансы төбәге ағинәйҙәре дәртле йырҙары менән сараға йәм өҫтәне.
Йөкмәткеле матур сценарий яҙып, байрамды күңелле итеп урындағы клуб методисы Гөлнара Шәйхинурова алып барҙы.
“Ҡаҙ өмәһе”нә килеүселәрҙе ИҫкеҠаҙансы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Денисламов, район хакимиәте башлығы Ришат Дихин, Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Альфред Хәжимуллин тәбрикләп, шундай ҙур сара үткәрергә баҙнат иткән Миңзилә апай менән Рәдис ағайға рәхмәт белдерҙе.
Сараның нисек үтеүе хаҡында киләһе материалдарҙа уҡырға мөмкин.
Наилә Имаева.
Читайте нас: