Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
25 Ноябрь 2019, 14:16

Ҡаҙ өмәһенә әҙерләнәләр

Яңы Ҡара ауылында йәшәүсе Миңзилә һәм Рәйес Мөғтәбәровтар ғаиләһе Ҡаҙ өмәһенә әҙерләнә. Тулыраҡ түбәндәге һылтанма буйынса:

Уңған, тырыш, әүҙем Мөғтәбәровтар йыл да күпләп ҡош-ҡорт ҡарай.

— Ауыл ерендә йәшәгәс, малын да, ҡош-ҡортон да ҡарарға тырышабыҙ. Быйыл да 15 ҡаҙ бәпкәһе, бройлер тауыҡ себештәре һәм өйрәктәр алғайныҡ. Аллаға шөкөр, барыһы ла иҫән-имен үҫте. Ауылыбыҙ клубын етәкләүсе Гөлнара Шәйхинурова район кимәлендә Ҡаҙ өмәһен үткәрергә тәҡдим иткәс, уйланыҡ та риза булдыҡ. 27 ноябрҙә халҡыбыҙ йолаһын башҡарырға уйлайбыҙ. Район Мәҙәниәт йортонан да, ауылыбыҙ һәм күрше-тирә ауыл ағинәйҙәре лә, туғандар һәм дуҫтар ҙа килергә йыйына. Шулай, бик матур байрам килеп сыҡмаҡсы, — тине бар эшкә лә оҫта хужабикә Миңзилә Малик ҡыҙы.


Белешмә:

Ҡаҙ өмәһе – башҡорт халҡының иң матур, иң күркәм йолаларының береһе. Ҡағиҙә булараҡ, был йоланы көҙҙө оҙатҡас, ергә ап-аҡ ҡар ятҡас башҡаралар. Ауыл халҡы, күрше-күлән, туған-тумаса бер-береһенә ярҙамға, өмәгә килгәндәр.

Оло инәйҙәр, апайҙар, еңгәләр, йәш килендәр һәм ҡыҙҙар ҡаҙ йолҡҡандар, эсен алғандар. Йолҡонған ҡаҙҙарҙы көйәнтәгә парлап аҫып шишмәгә, йылға буйына алып төшөп сайҡатҡандар. Өмәселәргә егеттәр менән балалар ҙа эйәргән. Яр буйы уйын-көлкө, йыр-бейеү менән тулған. Һыу буйына барғанда балалар юлға ҡаҙ ҡаурыйы ташлап барған, ә оло апайҙар киләсәктә мул үрсем, киләһе йылда ҡаҙҙарҙың ошо юлдан йөрөүен теләгән.

Ҡаҙҙарҙы йыуып ҡайтыуға, хужабикә байрам табыны әҙерләп, өмәселәрҙе көтөп торған. Өҫтәл түрендә ҡаҙ бәлеше, ҡаҙ майы менән майланған ҡоймаҡ булған. Киске мәжлес тамамланғас, йортта йәштәр уйыны ойошторолған.
Читайте нас: