Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
28 Октябрь 2019, 11:21

Асҡында — Ҡаҙ өмәһе

Үткән ялда Асҡын ауылында йәшәүсе Рәзинә һәм Динар Муллаяровтар Ҡаҙ өмәһе үткәрҙе.

Күмәк көс, тырышлыҡ менән 20-нән артыҡ ҡаҙҙы тиҙ арала йолҡоп, эсен-башын таҙартып та ҡуйҙылар. Өмәгә килгән туғандары, күршеләре араһында Динар Сәлимхан улының 80-де уҙған әсәһе Нәфизә әбей ҙә бар ине.

— Ҡаҙҙы байтаҡ йылдар ҡарайбыҙ. Быйыл инкубатор һатып алып, бәпкәләрҙе йомортҡанан үҙем сығарттым. Элек ҡаҙҙарҙы ҡар яуғас, һыуытҡас ҡына йолҡа торғайныҡ. Хәҙер һәр кемдә икешәр-өсәр һыуытҡыс, ҡар яуғанын көтөп тормайбыҙ. Ҡаҙ итен балалар ҙа, үҙебеҙ ҙә бик яратып ашайбыҙ. Шатлыҡ менән барыбыҙҙың да ризығына яҙһын, — ти Рәзинә Ҡәдим ҡыҙы.
Читайте нас: