Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
18 Апрель 2018, 12:42

Оло Шаҙыла оло йәштәгеләр “Аулаҡ өй”гә йыйылды

Оло Шаҙы ауыл мәҙәниәт йортонда оло йәштәгеләр араһында ойошторолған смотр-конкурс сиктәрендә “Аулаҡ өй” тамашаһы күрһәтелде. Фольклор, театр, вокал түңәрәктәрендә шөғөлләнеүселәр, шулай уҡ Оло Шаҙы ауыл Советы ветерандар ойошмаһы вәкилдәре йәштәргә биргеһеҙ итеп сығыш яһаны. Моңло йырҙар, күңелдәргә үтеп инерлек шиғырҙар яңғыраны, дәртле бейеүҙәр күңелдәрҙе елкендерҙе. Һәр саҡ әүҙем, дәртле, рухлы булған оло йәштәге ағай-апайҙар йәштәргә бына тигән өлгө булып тора.
Читайте нас: