Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
21 Ноябрь 2017, 17:09

Ҡаҙ өмәһе гөрләп үтә

«Аманат»тар йәштәргә өлгө булып йәшәй Балтас районы Көнтүгеш ауыл клубының «Аманат» фольклор ансамбле районыбыҙҙың барлыҡ мәҙәни сараларында ҡатнашып, күптән инде танылыу тапҡан һәм, хатта, республика бәйгеләрендә һынау тотоп өлгөргән.

«Аманат»тар йәштәргә өлгө булып йәшәй
Балтас районы Көнтүгеш ауыл клубының «Аманат» фольклор ансамбле районыбыҙҙың барлыҡ мәҙәни сараларында ҡатнашып, күптән инде танылыу тапҡан һәм, хатта, республика бәйгеләрендә һынау тотоп өлгөргән.
Ансамбль 2012 йылда ойошторола. Уның төп маҡсаты — халыҡтың алтын хазинаһын киләсәк быуынға ҡалдырыу. «Йолаларҙы, халыҡ йырҙарын сәхнәләштерәбеҙ, мөнәжәттәр әйтәбеҙ, дини һәм фольклор байрамдарҙы ҙурлап үткәрәбеҙ, халыҡ уйын ҡоралдарында уйнайбыҙ. Ғөмүмән, тормоштан йәм табып йәшәйбеҙ», — ти ансамблдең етәксеһе Асия Минислам ҡыҙы.
«Аманат»та шөғөлләнгән тынғыһыҙ апайҙар бер ҙә тик ултырырға яратмай. Улар һәр саҡ эҙләнеү юлында. Үҙҙәре матур-матур күлдәктәр, ҡалпаҡтар, алъяпҡыстар тегеп кейә, бейеүҙәрҙе лә үҙҙәре һала, бай йөкмәткеле сценарийҙар төҙөп, милли байрамдар үткәрә. «Кәкүк сәйе», «Балан бүкәнләү», «Биҙәкле таҫтамалым» һәм башҡа күп фольклор сығыштар менән еңеү яулап өлгөргәндәр. Борайҙа, Яңауылда, Тәтешлелә үткән «Яратам һине, тормош!» оло йәштәгеләр ижадының республика фестивалендә йыл да ҡатнашалар. Быйыл улар өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Уңған, өлгөр ҡатын-ҡыҙҙар тормошта ла бер-береһенә ярҙам итеп, ғаиләләре менән дуҫ-татыу ғүмер итә. Күптән түгел улар бергәләшеп Гөлсибәр һәм Марат Әхмәтғәлиевтарҙа ҡаҙ өмәһен үткәрҙе. Быйыл улар 20 ҡаҙ үҫтергән. Йыр-моң, бейеүҙәр менән үрелеп барған өмә бик күңелле үтә. Аш-һыуға оҫта хужабикә Гөлсибәр Хәмиҙулла ҡыҙы береһенән-береһе тәмлерәк милли ризыҡтар бешереп, өмәселәрҙе һыйлай. «Тормошоғоҙ күркәм, ғүмерегеҙ бәхетле, балаларығыҙ иҫән-һау, табындарығыҙ һәр саҡ шулай мул булһын», — тип, икенсе йылға тағы ла шулай ҡаҙҙар уңыуын теләп таралыша уңған хужабикәләр.
Шундай изге, матур эштәре менән һоҡландырған гүзәл заттарға «афарин!» тип әйтке килә. Йәш быуынға ғына түгел, барыбыҙға ла өлгө булып тора улар.
Гөлгөнә Мусина.
Читайте нас: