Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
8 Июнь 2017, 14:08

Еңеү менән ҡайттылар

Был этно-фестиваль өсөнсөгә үткәрелһә лә, асҡындар унда беренсе тапҡыр үҙҙәрен һынаны. Шуға ҡарамаҫтан, районыбыҙ исеменән сығыш яһаған «Хазина» башҡорт халыҡ фольклор коллективы әллә нисә конкурста призлы урын яулай. Фестивалгә әҙерлек, уның нисек үтеүе, уңыштар тураһында коллектив етәксеһе Айгөл Барыева һөйләй:

— Был сараға яҡынса ике аҙна эсендә әҙерләндек. Эш күләме бик ҙур ине. Иғлан ителгән «Иң яҡшы башҡорт сәйе рецебы», «Иң яҡшы кәкүк йыры», «Иң яҡшы кәкүк костюмы», «Иң яҡшы кәкүк бутҡаһы рецебы», «Иң яҡшы тотем», «Иң яҡшы сувенир» тигән конкурстарҙа ҡатнашырға ҡарар итеп, ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ.
27 майҙа иртә таңдан фестиваль үтәсәк ергә — Нуриман районы «Павловка паркы» тау саңғыһы үҙәгенә юлландыҡ. Беҙҙе бында район хакимиәте башлығы һәм сараны ойоштороусылар сәләмләне. Ә Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре «Кәкүк сәйе» байрамын күрһәтте. Тамаша сағыу, матур булып иҫтә ҡалды.
Иң тәүҙә «Кәкүк карнавалы» үтеп, һәр район тегеп алып килгән костюмын күрһәтте. Беҙгә уны Йәмилә апай Сәлихова тегеп бирҙе. Ә Фәниә апай Әхмәтова костюмды сигеп, тәңкәләр менән биҙәне. Районыбыҙ атрибуттарын, ырыуыбыҙ тамғаларын ҡулланып тегелгән күлдәк үҙенсәлеге, матурлығы менән айырылып торҙо һәм II урынға лайыҡ булды. Уны кейеп, ҡоштоң хәрәкәттәрен ҡабатлап бейегән Лилиана Ғизетдинова һоҡланғыс ине.
«Иң яҡшы кәкүк йыры» бәйгеһендә ҡумыҙ сиртеп, мандолинала уйнап, урындағы шағирыбыҙ Альфред Хәжимуллин яҙған таҡмаҡтарҙы йырлап ишеттерҙек. Әүҙем ҡатнашҡаныбыҙ өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнеләр.
«Иң яҡшы кәкүк бутҡаһы» ла беҙҙеке булды. Был эште Альфред Хәжимуллин, Ризида һәм Дим Ғәлимовтарға ышанып тапшырҙыҡ. Улар ҡаҙан аҫып, ике төрлө бутҡа бешерҙе. Ҡабаҡҡа тары ярмаһы ҡушып әҙерләнгәне лә, ҡарабойҙайлыһы ла бик тәмле килеп сыҡты. Телде йоторлоҡ итеп балыҡ та ҡурҙыҡ.
Быуаттар төпкөлөнән килгән байрамды «Иң яҡшы кәкүк тотемы» бәйгеһе лә биҙәне. Бында беҙгә район Мәҙәниәт йортоноң оҫта ҡуллы рәссамы Наташа Нәбиуллина ярҙамға килде.
Ә иң яҡшы башҡорт сәйе рецебы Яңы Ҡара ауылынан Мәсҡүдә Әхмәтованыҡы булып сыҡты. Уның сәйен биология фәндәре кандидаты, шифалы үләндәр буйынса белгес Михаил Гордеев юғары баһаланы. Шулай итеп, үҙебеҙҙә үҫкән үләндәрҙән генә әҙерләгән шифалы сәй өсөн I урын биреп ҙурланылар. Әйткәндәй, Михаил Гордеевтың «Кәкүк сәйе — рецепт һәм ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге» семинарында ҡатнаштыҡ һәм бик күп ҡыҙыҡлы, фәһемле мәғлүмәт белдек.
Бынан тыш, «Иң яҡшы сәй йолаһы» тигән бәйге лә ойошторолдо. Уға ла ныҡлап әҙерләндек. Һәр беребеҙ өйөндә ниндәй ҙә булһа милли аш-һыу әҙерләне. Төрлө бәлештәр, гөбәҙиә, ҡоймаҡ, ҡаҡтар һәм башҡа тәмле, файҙалы ризыҡтар менән өҫтәлебеҙ тулы ине. Йырлап-бейеп, ҡымыҙ ҡойоп ҡаршы алдыҡ жюри ағзаларын. Тырышлығыбыҙ, күмәк көсөбөҙ бушҡа китмәне — III урынға лайыҡ булдыҡ.
«Иң яҡшы сувенир» бәйгеһендә өҫтәлебеҙҙә кәкүктәрҙең ниндәйе генә юҡ ине: тегелгән, сигелгән, бәйләнгән, йәбештерелгән, үрелгән… Тағы шуны әйтергә кәрәк, Бөрмәнән туҙҙан үреү оҫтаһы Виктор Бычин күп итеп кәрзиндәр алып барғайны, уларҙың бөтәһен дә һатып бөтөрөп ҡайтты. Уның эштәре ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм һоҡланыу уятты халыҡта.
Шулай итеп, һигеҙ бәйгенең етеһендә ҡатнашып, икеһендә — I, башҡаларҙа II һәм III урындар яуланыҡ, номинацияларҙа билдәләндек. Әүҙем ҡатнашҡаныбыҙ өсөн коллективыбыҙ Нуриман районы хакимиәте бүләгенә лә лайыҡ булды. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алғым килә, уңыштарыбыҙ «Хазина» ҡыҙҙарының, Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең, районыбыҙҙың уңған апайҙары һәм ағайҙарының көсө, тырышлығы, ижади фантазияһы менән яуланды. Уларҙың һәр береһенә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

Читайте нас: