Билдәле булыуынса, ивалид-балалары, шулай уҡ өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған балалары булған һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртывуға мохтаж булған ғаиләләр торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкаһы йәки 250 мең һум күләмендә аҡсалата түләү алыу хоҡуғына эйә.Бының өсөн йәшәгән урын буйынса муниципалитетҡа ғариза яҙып, иҫәпкә торорға кәрәк. БР Хөкүмәте ҡарарының яңы проектына ярашлы, 2026 йылда 2025 йылдың 31 декабренә тиклем иҫәпкә торған граждандар ғына бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүҙе алырға хоҡуҡлы.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.