Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Октябрь , 15:49

Рулгә дарыу эсеп ултырһаң – 45 мең һум штраф

Ниндәй дарыуҙар "ҡара" исемлектә?    

Рулгә дарыу эсеп ултырһаң – 45 мең һум штраф
Рулгә дарыу эсеп ултырһаң – 45 мең һум штраф

Рәсәйҙә оҙаҡламай автомобиль йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итеү өсөн нигеҙ була алырлыҡ дарыуҙар исемлеге ҡабул ителеүе мөмкин.

“Был исемлеккә иғтибар туплауға ҡамасауларға һәләтле дарыуҙар, мәҫәлән, йоҡо һәм седатив саралар инеүе ихтимал”, – ти Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау комитеты рәйесе Сергей Леонов.

Был туралағы закон проектын Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа ҡабул итте лә инде. Ошо башланғыста реакцияға һәм иғтибарға кире тәьҫир итерлек дарыу эскән һәм шул уҡ ваҡытта транспортҡа идара иткән кешегә ҡарата административ яуаплылыҡ билдәләү ҡарала. Әгәр ҙә Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 27.12.1-се һәм 12.8-се статьяларына ошо үҙгәрештәр индерелһә, уны боҙған шоферға 45 мең һум штраф һәм транспорт сараһына идара итеү хоҡуғынан  йыл ярымдан ике йылға саҡлы мәхрүм итеү янай.

Д. Ишморатова фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Автор:
Читайте нас: