Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Октябрь , 14:45

Өйҙө нисә йылда төҙөп ултыртмаһаң ерҙе тартып аласаҡтар?

Башҡортостанда ер биләмәһенән файҙаланыусыларға яңы талаптар ҡуйыла. Хәҙер уның срогы бар.

Өйҙө нисә йылда төҙөп ултыртмаһаң ерҙе тартып аласаҡтар?
Өйҙө нисә йылда төҙөп ултыртмаһаң ерҙе тартып аласаҡтар?

Федераль ҡануниәткә ярашлы, был биләмәне тәртипкә килтереү өсөн өс йыл ваҡыт бирелә.

“Росреестр”ҙың республика идаралығы етәксеһе Петр Клец Йәмәғәт палатаһы ултырышында аңлатыуынса, быға саҡлы биләмәне тәртипкә килтереү рәүеше аныҡ ҡына билдәләнмәгәйне һәм бының өсөн күпме ваҡыт бирелеүе лә күрһәтелмәгәйне.

Хәҙер ер хужаларына бының өсөн өс йыл ваҡыт бирелә. Ошо йылдарҙа башҡарылырға тейешле эштәр: территорияны таҙартыу, тупраҡты сәсергә әҙерләү, рекультивация һәм майҙанды маҡсатҡа ярашлы файҙаланасаҡты күрһәткән башҡа саралар.

Закон шулай уҡ контроль механизмын һәм, талап үтәлмәгән осраҡта, ниндәй эҙемтәләр булыуын да билдәләй. Ер биләмәһе тейешенсә файҙаланмағанда, милексегә рәсми иҫкәртеү яһала. Аҡланырлыҡ һәм документтар менән раҫланған сәбәптәр булған осраҡта был өс йыллыҡ ваҡытты оҙайтыуҙары ла мөмкин.

Ерҙең төрлө категориялары өсөн “ташландыҡ” статусы төрлөсә билдәләнә: баҡса участкаларына – уны сүп баҫҡан осраҡта, шәхси йорт төҙөлөшө майҙанына – һигеҙ йылдан һуң да бында объект барлыҡҡа килмәһә.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Автор:
Читайте нас: