Кисә кис Балтас районында Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе автомобиль юлының 57-се километрындаҡурҡыныс авария булды. Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәте буйынса, “Лада Гранта” руле артында ултырған 38 йәшлек ҡатын машинаһын юл ситенә ҡолата. Аварияла водитель ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат була.
Уның менән бергә машинала дүрт бала –йәш ярымдан 11 йәшкә тиклемге балалар ултырған була. Өс бала үҙенеке һәм туғанының ҡыҙы төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, дүрт бала ашығыс рәүештә яҡындағы медицина учреждениеһына – Балтас үҙәк район дауаханаһына оҙатылған, унда уларға тейешле тикшереү үткәрелгән, һуңынан Бөрө дауаханаһына күсерелгән. Хәлдәре уртаса ауырлыҡта булған өс бала ошо дауаханала дауаланыуын дауам итәсәк, бер балаға республика балалар клиник дауаханаһы белгестәренең медицина ярҙамы талап ителә. Бөгөн уны Өфөгә алып баралар.
Авария факты буйынса тикшереү үткәрелә, бер нисә экспертиза үткәреү тәғәйенләнгән.
Фото: ГАИ.