Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов 2024-2025 йылдарҙа ойошторолған “Айыҡ ауыл” республика конкурсы тураһында һөйләне.
Быйыл бәйге алтынсы тапҡыр уҙғарыла. Уның төп маҡсаттары үҙгәрешһеҙ: айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу, халыҡты йәмәғәт эшмәкәрлегенә йәлеп итеү, сәләмәт фекерләүҙе үҫтереү һәм изге, файҙалы эштәргә дәртләндереү.
– Алты йыл эсендә конкурста 3000-дән ашыу ауыл, 120 меңгә яҡын әүҙемсе һәм 5000-дән ашыу ирекмән ҡатнашты. Әлеге ваҡытта “Айыҡ ауыл” исемен республика буйынса 51 ауыл-еңеүсе йөрөтә, – тине ул. – Ағымдағы бәйгегә килгәндә, уҙған йылдың 1 сентябренән 30 ноябренә тиклем үткән муниципаль этапта 53 райондан 1029 ауыл көс һынашты. Һәр ауылдың айыҡлыҡҡа өндәүгә һәм өлгәшеүгә үҙ ҡарашы бар, улар конкурста ҡатнашыу өсөн шәхси саралар планын әҙерләй, төрлө проекттарҙы тормошҡа ашыра. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, һәр ауылда тиерлек ирекмәндәр отрядтары эшләне, махсус хәрби операция зонаһындағы хәрбиҙәребеҙ өсөн гуманитар ярҙамдар оҙатылды.
Ауыл халҡының ихтыяждарынан сығып, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы алкоголь һәм наркотиктар ҡулланыу менән бәйле ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм дауалау, ғаилә низағтарын хәл итеү мәсьәләләре буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш”тәр ойоштора. Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәге белгестәре үткәргән консультациялар ҙа халыҡ өсөн әһәмиәтле. Республика этабында традицияға һалынған күсмә берҙәм ғаилә консультациялары көнө лә ҙур әүҙемлек менән үтә.
Йылдан-йыл ҡатнашыусыларҙың конкурсҡа әҙерлек кимәле артыуы, көнәркәшлектең юғары булыуы шатландыра. Ҡатнашыусылар фекеренсә, конкурстың әһәмиәте бик юғары, ул ауыл халҡын берләштерә, файҙалы шөғөлдәр табырға ярҙам итә, сәләмәт тормош алып барыуға этәргес булып тора.
Башҡортостан тәжрибәһен Рәсәйҙең башҡа төбәктәре ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә. Проекттың уңышы халыҡтың, власть органдарының һәм йәмәғәт ойошмаларының үҙ-ара килешеп эш алып барыуына нигеҙләнгән. 15 майҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залында йомғаҡлау сараһы үтәсәк, быйылғы еңеүселәрҙең исеме шунда иғлан ителәсәк.