Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Апрель , 09:09

Май байрамдарында көн нисек буласаҡ?

Билдәле инде - шешлек-фәләнгә сығып булмаҫтыр. Хәйер, беҙҙең "байрамһөйәр" халыҡты ике-өс градус һалҡын туҡтатырмы? Ысынлап та шулай булырмы икән?

Май байрамдарында көн нисек буласаҡ?
Май байрамдарында көн нисек буласаҡ?

Синоптиктар беҙҙе бер ҙә ҡыуандырмай. Хатта баҡсала ла рәхәтләнеп эшләп булмаҫ, моғайын. Сөнки, фаразлауҙарынса, май байрамдарында, йәғни 1, 2, 3, 4 майҙа, көндәр ямғырлы һәм һалҡынса торасаҡ. Етмәһә, еле лә көслө булыр, тип күҙаллайҙар. Бөгөнгө "минус" градус 1 майға "плюс"кә әйләнә әйләнеүен. Тик ямғыр көслө яуғанлыҡтан барыбер йылытмай. Көндөҙ +8 градус тирәһе. Урыны менән бер аҙ юғарыраҡ. 2 майҙа иһә төндә -3 градусҡа тиклем төшөүе ихтимал. Көндөҙ +12-гә етер, бәлки. Ямғыр 4 майғаса туҡтамай, тиҙәр. Әкренләп йылытасаҡ.

Фото: автор фотоһы

Автор:Алһыу Ишемғолова

Йәшлек

Автор:
Читайте нас: