Май айында Рәсәй халҡын аномаль һалҡындар көтә, тип иҫкәртә синоптиктар. Уларҙың фекеренсә, бындай хәл 1885 йылғы яҙҙы хәтерләтәсәк. Айырыуса төньяҡ-көнбайыш төбәктә – Санкт-Петербургта – көндөҙ +4 тирәһе, ә төндә 0 градустан түбән булыуы ихтимал. Ҡар, ямғыр һәм көслө ел булыуы ла көтөлә. Кешеләр яңынан ҡышҡы кейемен сығарырға мәжбүр буласаҡ.
Себерҙә төнгө һалҡындар оҙаҡҡа һуҙыласаҡ, ә көндөҙ температура +7 градустан юғары күтәрелмәйәсәк. Был ауыл хаужалығы өсөн ҙур проблемалар тыуҙырасаҡ: тупраҡ һалҡын, үҫемлектәр үҫеше аҡрынаясаҡ, ә сәсеү эштәре кисектереләсәк.
Үҙәк Рәсәйҙә, шул иҫәптән Мәскәүҙә, көн торошо яҡшыраҡ булһа ла, синоптиктар киҫәтеүенсә, һалҡындарҙың унда булыуы ла мөмкин.
Эксперттар үҫентеләрҙә йылыла тоторға, эш пландарын үҙгәртергә кәрәк, тип белдерә. Иң мөһиме - тәбиғәт һынауҙарына әҙер булырға кәрәк.
Фото: З. Нартдинова
Автор:Карима Усманова