Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда урыны менән 32 градусҡаса һыуыта, тип иҫкәртте республика синоптиктары. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -18, -23, аяҙытҡанда -28-гә тиклем, көндөҙ -10, -15 градус.
Шаршамбыла, 19 февралдә, яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә -19, -24 градус, урыны менән -27, -32, көндөҙ -10, -15 градус.
Фото: З. Нартдинова
Автор:Альфия Мингалиева