Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ғинуар , 11:22

Бөйөк Еңеү көнөнә ветерандарға 80 мең һум аҡса биреләсәк

Рәсәй Президенты Владимир Путин Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бер тапҡыр 80 мең һум түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Бөйөк Еңеү көнөнә ветерандарға 80 мең һум аҡса биреләсәк
Бөйөк Еңеү көнөнә ветерандарға 80 мең һум аҡса биреләсәк

Был хаҡта дәүләт башлығы 15 ғинуарҙа Рәсәйҙең «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында хәбәр итте.

Ветерандарҙан тыш, түләүҙәрҙе тыл хеҙмәтсәндәре һәм блокадалы Ленинград халҡы, концлагерҙарҙың бәлиғ булған тотҡондары Һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ПВО объекттарында, диңгеҙ һәм авиация базаларында эшләгәндәр, оборона ҡоролмалары төҙөгәндәр ҙә аласаҡ, тип билдәләнә. Улар өсөн түләүҙәр күләме 55 мең һум тәшкил итәсәк.

Президент шулай уҡ Рәсәй оборона министрлығының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға төбәктең, ҡаланың йәки муниципалитеттың почетлы гражданы исемен биреү тураһындағы башланғысын хупланы.

Фото: Ю. Нестеренко

Автор:Айбулат Ишназаров
Автор:
Читайте нас