Йәнтөйәк
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь , 18:37

Пенсионерҙарға 10 мең һум бирелә

Был хаҡта республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә әйтелде.

Пенсионерҙарға 10 мең һум бирелә
Пенсионерҙарға 10 мең һум бирелә

Республикаға идара итеү үҙәгендә үткәрелгән Хөкүмәт кәңәшмәһендә республиканың спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов былтыр 1400-тән ашыу пенионерҙың спорт секцияларына йөрөү өсөн сертификат алыуы хаҡында әйтте. Ул шулай уҡ спорт һәм физик культура өлкәһендә дәүләт социаль заказы үтәлеше тураһында һөйләне.

Руслан Хәбибов 60 йәштән өлкәнерәктәрҙе физкультура менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеүҙең дәүләт социаль заказының төп йүнәлештәренең береһе икәнлеге тураһында хәбәр итте. Бының өсөн ГТО нормативтарын үтәгән өсөн 10 мең һум күләмендәге сертификаттар биреләсәк. Һөҙөмтәлә спорт секцияларына йөрөү мөмкинлеге буласаҡ.

Быйыл йәше 60-ты үткән ике меңдән ашыу кешене сертификат менән тәьмин итеү планлаштырыла.

Сығанаҡ, фото: “Башинформ”.

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас: