Унда “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто, Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы вәкилдәре, Асҡын, Ағиҙел, Борай, Балтас, Мишкә, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле, Ҡариҙел, Яңауыл мәғлүмәт үҙәктәре, Нефтекама матбуғат йорто журналистары, Асҡын район хакимиәте етәкселеге һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнаша.
“Журналистика оҫтаханаһы: сайт, социаль селтәрҙәр һәм принт” проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Илһөйәр МАХАТОВА.