“Танып” күп профилле шифаханаһы махсус хәрби операция башланғандан алып унда ҡатнашҡан батальондар һәм мобилизацияланғандар өсөн һауыттарға тултырылған һыу оҙата. Шифахана директоры Кашаф Ямалетдинов республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта һөйләне.
– 2022 йылдан беҙ махсус хәрби операция ихтыяждары өсөн шешәләргә тултырылған һыу рәүешендә гуманитар ярҙам йүнәлтәбеҙ. 123 тонна эсәр һыу оҙатылды ла, – тип билдәләне Кашаф Ямалетдинов.
Шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам күрһәтеү сиктәрендә шифаханаларҙа уларҙы реабилитациялау программалары ғәмәлгә ашырыла.
Республика башлығы Радий Хәбиров шифахана етәкселегенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам иткәндәре, шулай уҡ МХО үткәреү зонаһына һәм башҡа гуманитар маҡсаттар өсөн һауыттарға һалынған һыуҙы килтергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Мохтаж кешеләргә һыу ебәреү кәрәклеге килеп тыуһа, һеҙ беҙгә ярҙам итәһегеҙ. Мәҫәлән, апрелдә һеҙ Ырымбур өлкәһенең дамба йырылыуынан зыян күргән халҡын һыу менән тәьмин итеүҙе ойошторҙоғыҙ, – тип билдәләне төбәк Башлығы Радий Хәбиров. – Махсус хәрби операция ихтыяждары өсөн даими ярҙам ебәрәбеҙ һәм һеҙҙең гуманитар йөктәр булдырыуға индергән өлөшөгөҙ бик мөһим.
Кәңәшмәлә шифахана етәксеһе шулай уҡ шифахананың финанс-иҡтисади күрһәткестәре артыуын билдәләне. 2024 йылдың тәүге ярты йыллығында дөйөм килем 22,4 процентҡа артҡан. Бынан тыш, 2023-2024 йылдарҙа төп капиталға инвестициялар 100 миллион һумдан ашҡан.
“Танып” – йыл әйләнәһенә эшләгән күп профилле шифахана. Ул Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында, Асҡын районының Яңы Казанчи ауылында урынлашҡан.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор:Альфия Мингалиева