Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Март , 10:17

Башҡортостан Башлығы үҙ тауышын бирҙе

Радий Хәбиров бөгөн иртә менән Рәсәй Президентын һайлауҙа ҡатнашты. Ул ғәҙәттәгесә "Башҡортостан" дәүләт концерт залы бинаһында тауыш бирә. Радий Хәбиров журналистар менән дә әңгәмәләште.    

Башҡортостан Башлығы үҙ тауышын бирҙе
Башҡортостан Башлығы үҙ тауышын бирҙе

– Был - хәл иткес ваҡиға. Алдағы алты йылға илебеҙҙең, республикабыҙҙың үҫеш курсын билдәләйбеҙ. Артабан да алға барырыбыҙға ышанам. Беҙҙең идара итеү командаһы алдында торған төп бурыс - халыҡ тауыш бирә алһын өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Һайлауҙар өс көн дауам итә. Бөтә хеҙмәттәр һәм һайлау комиссиялары системаһы уларҙы үткәреүгә әҙер. Тауыш биреү яҡшы, тыныс шарттарҙа үтер, тип ышанам, - тине БР Башлығы.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Башҡортостан Башлығы үҙ тауышын бирҙе
Башҡортостан Башлығы үҙ тауышын бирҙе
Автор:
Читайте нас: