Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Февраль , 15:14

Армия тураһында ялған мәғлүмәт таратһаң, мөлкәтеңдән яҙырһың

Рәсәй Президенты Владимир Путин яңы законға ҡул ҡуйҙы.    

Армия тураһында ялған мәғлүмәт таратһаң, мөлкәтеңдән яҙырһың
Армия тураһында ялған мәғлүмәт таратһаң, мөлкәтеңдән яҙырһың

Рәсәй Президенты Владимир Путин экстремизмға саҡырған һәм Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре тураһында ялған мәғлүмәт таратҡан өсөн мөлкәтте, аҡсаны һәм башҡа матди ҡиммәттәрҙе тартып алыуҙы күҙ уңында тотҡан законға ҡул ҡуйҙы.

Документта һүҙ илдең именлегенә ҡаршы енәйәти эшмәкәрлекте финанслауға файҙаланылған йәки тәғәйенләнгән аҡса тураһында бара. Бынан тыш, хәҙер бындай эштәр өсөн почетлы исемдәрҙән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.

Рәсәйгә ҡарата санкциялар индерергә саҡырыу, нацизмды реабилитациялау һәм Рәсәй Федерацияһы ҡатнашмаған ойошмалар, йәки сит ил дәүләт органдары ҡарарҙарының үтәлешенә булышлыҡ итеү ҙә бына шуға ҡарай.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Автор:
Читайте нас: