Рәсәй Президенты белдереүенсә, бөгөн контракт буйынса хәрби хеҙмәткә яҙылыу әүҙем бара. Шулай ҙа халыҡты мобилизацияның икенсе тулҡыны тураһында ла һорау борсой.
"Илебеҙҙе ҡулға ҡорал тотоп һаҡларға теләүсе ирҙәр ағымы туҡталмай. Көн һайын 1500 кеше килешеү төҙөй. Өлөшләтә мобилизация ваҡытында 300 мең ир-егет саҡырылды. Егеттәр бик яҡшы һуғыша, улар араһында 14 Рәсәй Геройы бар ҙа инде. Йыл аҙағына тиклем ирекмәндәр менән бергә ярты миллион самаһы кеше була. Беҙгә нимәгә мобилизация? Бөгөн уның кәрәге юҡ", - тине Путин.