Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ноябрь 2023, 16:54

Владимир Путин Башҡортостан ғаиләләренә наградалар тапшырҙы

Быға тиклем Рәсәй Президенты киләһе 2024 йылды Ғаилә йылы тип иғлан иткәйне.

Владимир Путин Башҡортостан ғаиләләренә наградалар тапшырҙы
Владимир Путин Башҡортостан ғаиләләренә наградалар тапшырҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан ғаиләләренә наградалар тапшырҙы. Быға тиклем ил етәксеһе киләһе 2024 йылды Ғаилә йылы тип иғлан иткәйне.

Яҡташтарыбыҙ федераль наградаларға ғаилә институтын нығытыуҙа һәм балалар тәрбиәләүҙәге хеҙмәттәре өсөн лайыҡ булды. Рәсәй Президентының ошо хаҡтағы Указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

26 ноябрҙә билдәләнәсәк Әсә көнө алдынан Вера Ивановаға “Герой-әсә” исеме бирелде. Регина менән Рөстәм Дәүләтовтар, Анна менән Сергей Пантелеевтар, Рәзилә менән Закир Хәмитовтар “Ата-әсәлек даны” ордены миҙалы менән бүләкләнде.

Фото: "Башинформ".

Автор:Айһылыу Низамова
Владимир Путин Башҡортостан ғаиләләренә наградалар тапшырҙы
Владимир Путин Башҡортостан ғаиләләренә наградалар тапшырҙы
Автор:
Читайте нас: