Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ноябрь 2023, 12:04

13 градусҡа тиклем һыуыта!

Ҡасан? Быйыл ҡыш етәме, юҡмы?

13 градусҡа тиклем һыуыта!
13 градусҡа тиклем һыуыта!

Ноябрҙең яртыһы үтеп китһә лә, тышта октябрҙәге һауа торошо. Температура һаман “плюс”тан түбән төшмәй, ҡарҙың "еҫе" лә юҡ. Шулай ҙа синоптиктар, яҡын арала һыуыта тип иҫкәртә.

Алдағы өс көндә Башҡортостанда ҡар яуыр тип көтөлә. Бөгөн ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ, ел көньяҡ-көнбайыштан иҫә. Һауа температураһы төндә -2 һәм көндөҙ +3 була.

Иртәгә, 17 ноябрҙә урыны менән епшек ҡар яуа. Ҡайһы бер урындарҙа еүеш ҡар сымдарға һәм ағастарға һырыясаҡ. Ел көньяҡтан иҫә һәм төньяҡҡа күсә. Төндә -3, көндөҙ +2 градус йылы була.

18 ноябрҙә ҡар яуа, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан иҫә. Һауа температураһы төндә -3, - 8 градус, аяҙытҡанда -13-кә тиклем һыуыта. Көндөҙ ҙә “минус”ҡа сыға: -1, -6 була.

Бәлки шулай яйлап ҡыш та килер...

Нәсих Хәлисов фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
 
13 градусҡа тиклем һыуыта!
13 градусҡа тиклем һыуыта!
Автор:
Читайте нас: